

Иләс ауылы китапханаһы төбәк-ара «Еңеү диктанты» акцияһына ҡушылды.
Диктант өсөн Әхтәм Ихсандың «Саҡма тояҡ аттарҙа» әҫәренән өҙөк алынды. Өҙөктә яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Хәбибрахман улы Әхмәтшиндың батырлығы хаҡында бәйән ителгән ”Батырлыҡ үлемһеҙ” тексын яҙҙыҡ.
Әйткәндәй, илһөйәрлек рухы бәләкәй саҡтан үҫтерелә. Ошо маҡсатта ауылдың “Ҡарлуғас" балалар баксаһы коллективы ла мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын эстән дә, тыштан да еңеү символикаһы менән биҙәне. Ә кескәйҙәр Бөйөк Еңеүгә арнап, һүрәттәр төшөрҙө.
Автор: Халида Юлдашбаева