

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, хөрмәтле коллегабыҙ, абруйлы аҡһаҡал Иҙрис Әбеделкәрим улын Еңеү көнө менән тәбрикләү, уның менән осрашып-һөйләшеү редакциябыҙҙың күптәнге йолаһы.
Был юлы ла 96 йәшлек Иҙрис Әбделкәрим улы һәм уның 70 йылдан ашыу татыулыҡта йәшәгән тормош иптәше, педагогия хеҙмәте ветераны Гөлъямал Ғәлиәхмәт ҡыҙы беҙҙе шәп кәйефтә, йылмайып ҡаршыланы. Элекке яугирҙың күкрәген ике орден һәм 43 миҙал биҙәй. Республика һәм район матбуғаты рәтләп һалынған өҫтәл янында һөйләшеү редакцияның ғәҙәти оперативкаһын хәтерләтте. Сөнки редакциябыҙҙың элекке яуаплы секретарын бөгөнгө гәзит тураһында барыһы ла ҡыҙыҡһындыра ине.
Иҙрис Түләшев 1943 йылдың 19 ғинуарында Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыу ҡағыҙы ала. Чкалов (хәҙер Ырымбур) өлкәһенең Тоцк станцияһы янындағы лагерҙа һәм Чкалов хәрби пулемет училищеһында хәрби һөнәргә өйрәнгәс, 19 июлдә Һауа-десант ғәскәрҙәре сафына алына һәм Мәскәү өлкәһенең Ступин ҡалаһында 17-се гвардия бригадаһында хеҙмәт итә.
1944 йылдың июлендә 2-се Белоруссия фронты составында беренсе тапҡыр дошман менән осраша. Улар бер ыңғайҙан бандеровсыларға ҡаршы ла көрәш алып бара. Белоруссияны азат иткәс, 1945 йылдың 4 ғинуарынан 3-сө Украина фронты составында Венгрия, Чехословакия илдәрен немец-фашист баҫҡынсыларынан азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғышта ике тапҡыр яралана. Австрияның баш ҡалаһы Венаны алғас, уларҙың часын Чехословакияның баш ҡалаһы Прагаға ярҙамға ебәрәләр. Артабан Знойма, Йиглава, Табор ҡалаларын азат итәләр.
– 8 май көнө Тын ҡалаһы янында фашист Германияһының еңелеүе тураһында шатлыҡлы хәбәр ишеттек. Һуғыш бөтөүгә ҡарамаҫтан, июль айына тиклем ҡаршылыҡ күрһәтеүен дауам иткән дошман ҡалдыҡтарын тар-мар иттек, – тип иҫкә ала Иҙрис олатай.
Яугирҙе 1945 йылдың декабрендә Тула ҡалаһындағы 106-сы Һауа-десант дивизияһына күсерәләр һәм ул унда тағы ла дүрт йыл хеҙмәт итә. Тыуған яғына 1949 йылдың апрелендә генә ҡайтырға насип була. Төрлө вазифаларҙы эшләгәндән һуң, 1956 йылда район гәзите редакцияһына эшкә килә һәм унда 30 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Хөрмәтле Иҙрис Әбделкәрим улы! Хәйбулла мәғлүмәт үҙәге исеменән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, Гөльямал Ғәлиәхмәт ҡыҙы менән ҡыуаныста, именлектә, балалар хәстәрлегендә тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.