9 май - Еңеү көнө
7 Май 2022, 12:12

“Еңеү һалдаты” һәйкәле һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын йыйҙы

Бөгөн Аҡъярҙа Бөйөк Еңеү көнөнә арналған тантаналы сара үтте

“Еңеү һалдаты” һәйкәле  һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын йыйҙы“Еңеү һалдаты” һәйкәле  һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын йыйҙы
“Еңеү һалдаты” һәйкәле һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын йыйҙы

Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығын ҡаршы алабыҙ. 77 йыл үтте, әммә дәһшәтле йылдар геройҙары, ул саҡтағы михнәттәр халыҡ күңеленән юйылмай.

“Еңеү һалдаты” һәйкәле янына һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, һуғыш осоро балалары, район активы, район халҡы йыйылды. Йәш армеецтар һәйкәл янына тантаналы сафҡа теҙелде.  Бөйөк Ватан һуғышының утлы юлдарын үтеп, еңеү менән ҡайтҡан ҡарт һалдаттар: Фәтхулла Юламанов һәм Иҙрис Түләшев тантаналы митингта ҡатнашты.

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов яҡты байрам менән ҡотлап, мөрәжәғәт итте. Хеҙмәт ветераны Ғибат Аллабирҙиндың  бала сағы һәм үҫмер йылдарының һуғыш осорона тура килеүе, быуындары ла нығынып етмәҫ элек ауыр колхоз эшен башҡарыуҙары тураһында бәйән итеп, бындай михнәттәрҙе бөгөнгө йәш быуындың күрмәүен теләүе – аҡһаҡалдың фатихаһы булып яңғыраны.

Митингта ҡатнашыусылар  яҡташ-фронтовиктарҙы бер минут тынлыҡ менән хәтергә алды. Батырҙар рухына һәйкәлгә веноктар һәм ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалынды.

Артабан тантаналы сара  район ауылдарынан килгән ветерандарҙы, тыл хеҙмәтсәндәрен, яугирҙарҙың тол ҡатындарын бергә йыйҙы. Байрам өҫтәл артында ултырыусылар үҙ-ара ихлас аралашып, һуғыш йылдарын иҫкә алып, хәтирәләре менән уртаҡлашты.  

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас