9 май - Еңеү көнө
6 Мая 2022, 17:06

Меңләгән кеше «Шайморатов генерал» йырын башҡарасаҡ

Акцияға һәр кем ҡушыла ала

Меңләгән кеше «Шайморатов генерал» йырын башҡарасаҡМеңләгән кеше «Шайморатов генерал» йырын башҡарасаҡ
Меңләгән кеше «Шайморатов генерал» йырын башҡарасаҡ

Легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың исеме халыҡ менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Башҡортостанда Заһир Исмәғилевтың Ҡадир Даян шиғырына яҙған «Шайморатов генерал» йыры күптән халыҡ йырына әүерелгән. Уны Башҡортостанда йырлайҙар. Ул икһеҙ-сикһеҙ Тыуған илебеҙҙең бөтә ерендә лә йырлана. Быйыл «Шайморатов генерал» йырын яҙыуға 80 йыл тула.

Республика халыҡ ижады үҙәге «Хәтер ере» республика марафоны сиктәрендә үтәсәк «Шайморатов генерал» күләмле патриотик акцияла ҡатнашырға саҡыра. 9 майҙа республиканың төрлө район-ҡалаларынан ҡатнашыусылар бер үк ваҡытта «Шайморатов генерал» йырын башҡара. Акция республиканың барлыҡ мәҙәни-ял итеү учреждениеларында уҙа, уға теләгән һәр кем ҡушыла ала. Көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

 

 

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас