9 май - Еңеү көнө
6 Май 2022, 08:03

Хәтер мемориалының ваҡытлыса варианты әҙерләнгән

Исемлектәр менән ентекле танышыуығыҙҙы һәм яҡындарығыҙҙың исем-шәрифтәренең дөрөҫлөгөн ҡабаттан тикшереүегеҙҙе һорайбыҙ

Хәтер мемориалының ваҡытлыса варианты әҙерләнгәнХәтер мемориалының ваҡытлыса варианты әҙерләнгән
Хәтер мемориалының ваҡытлыса варианты әҙерләнгән

Бының тураһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов социаль селтәрҙәрендә хәбәр итте:

"Хөрмәтле хәйбуллалар! Беҙ 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәйбуллаларҙың исемлеген төҙөү буйынса эште тамамлайбыҙ. Хәтер мемориалының ваҡытлыса варианты әҙерләнгән, унда геройҙарыбыҙҙың исемдәре күрһәтелгән. Ул Еңеү көнөнә арналған байрам саралары тамамланғансы эленә. Исемлектәр менән ентекле танышыуығыҙҙы һәм яҡындарығыҙҙың исем-шәрифтәренең дөрөҫлөгөн ҡабаттан тикшереүегеҙҙе һорайбыҙ. Оҙаҡламай подрядсы мемориаль плитәләрҙә исемдәрҙе гравировкалау эштәрен башлаясаҡ."

Мәғлүмәттәрҙә хаталар теркәлгән осраҡта ветерандың документтары менән Хәйбулла тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына мөрәжәғәт итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Адресы: Аҡъяр ауылы, Аҡмулла урамы, 5А. Тел.: 8 (34758) 2-19-12, е-mail: akjar.muzei@yandex.ru.

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас