9 май - Еңеү көнө
30 Апрель 2022, 03:51

“Хәтер минуты”нда ҡатнашырға саҡырабыҙ

Шарттары хаҡында - яҙмала.

“Хәтер минуты”нда ҡатнашырға саҡырабыҙ“Хәтер минуты”нда ҡатнашырға саҡырабыҙ
“Хәтер минуты”нда ҡатнашырға саҡырабыҙ

Башҡортостан уҡытыусылары һәм уҡыусылары “Хәтер минуты” проектында ҡатнаша ала.

“Хәтер минуты” – 9 майға бағышланған класс етәкселәре форумының Бөтә Рәсәй проекты. Унда ҡатнашыу өсөн үҙеңдең һуғышта ҡатнашҡан туғандарың тураһында видеояҙма әҙерләргә кәрәк.

"Был проект балаларҙы туплаясаҡ, улар туғандары тураһында күберәк белеп ҡаласаҡ", - ти Октябрьский ҡалаһы 8-се мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Альбина Фомина.

Проект тураһында тулы мәғлүмәт: https://vk.com/wall-204936543_139499

Фото: "Башинформ".

Автор:Илдар Акьюлов.
https://bashgazet.ru/articles/0905/2022-04-29/h-ter-minuty-nda-atnashyr-a-sa-yraby-2790010
Автор:
Читайте нас