

Район үҙәгенең “Еңеү һалдаты” һәйкәле янында “Ер хәтере” республика марафоны сиктәрендә илһөйәрлек тойғолары менән һуғарылған митинг үтте. Марафондың маҡсаты -- махсус гильзаға республикабыҙҙың барлыҡ район һәм ҡалаларынан тупраҡ йыйылып, уны быйыл асыласаҡ Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленең нигеҙендә һалып ҡалдырыу. Һалдат каскаһына Хәйбулла еренең ҡара тупрағын тултырыу тантанаһында район хакимиәте вәкилдәре, ветерандар, тыл хеҙмәтсәндәре, уҡыусылар, йәш армиясылар ҡатнашты.