

Бөгөн Бәләкәй Арыҫланғол ауылына ингән ерҙәге юл саты күңелле тауыштарҙан гөрләп торҙо. Вәзәмдәрҙең уртаҡ көсө менән "Айыҡ ауыл 2021" республика конкурсы сиктәрендә "Атайсал" проекты буйынса Бөйөк Еңеугә арналған аллея барлыҡҡа килде. Изге эшкә ауылдың һәр ғаиләһе ҡушылды. Барлығы меңдән ашыу ҡарағай һәм утыҙҙан ашыу миләш үҫентеләре ултыртылды.
Еңеү аллеяһын булдырыуға үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ! Хәтер мәңгелек!