

8 майҙа Өфөлә Рус драма театры алдында Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы 30 ретро-автомобилдән торған күргәҙмә асыла, тип хәбәр итте Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә вице-премьер Ирек Сәғитов.
Автомобилдәр күргәҙмәһе 8 майҙа көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана һәм 9 майҙа төнгө 11-ҙә тамамлана.
«Ошо уҡ майҙансыҡта 9 майҙа граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу пункты һәм биш мең порцияға ялан кухняһы ойошторола», — тине Ирек Сәғитов.
Бынан алда «Башинформ» 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығын байрам итеү уңайынан Башҡортостанда ниндәй саралар уҙғарылыуы хаҡында хәбәр иткәйне.
Өфөләге Еңеү парады ҙур байрамдың төп сараларының береһе булмаҡсы.