9 май - Еңеү көнө
25 Апрель 2022, 11:15

Өфөлә Еңеү көнөндә Николай Басков һәм Лев Лещенко сығыш яһай

-

Өфөлә Еңеү көнөндә Николай Басков һәм Лев Лещенко сығыш яһайӨфөлә Еңеү көнөндә Николай Басков һәм Лев Лещенко сығыш яһай
Өфөлә Еңеү көнөндә Николай Басков һәм Лев Лещенко сығыш яһай

9 майҙа Өфөгә байрам программаһында ҡатнашыу өсөн Рәсәй сәхнәһе йондоҙҙары килә. Асыҡ һауалағы байрамда Рәсәйҙең халыҡ артисы Николай Басков һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы Лев Лещенко сығыш яһай.

«Торатау» конгресс-холы амфитеатры майҙанындағы концертта башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары һәм ижади коллективтары ла ҡатнаша. Программа киске 7-лә башлана. Сара сәғәт 10-да байрам фейерверкы менән тамамлана.

Концертҡа ветерандар, локаль һуғыштарҙа һәм ҡораллы конфликттарҙа ҡатнашыусылар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, республика халҡы һәм ҡунаҡтары саҡырыла.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-04-25/v-ufe-v-den-pobedy-vystupyat-nikolay-baskov-i-lev-leschenko-2783325

Автор:Ләйлә Аралбаева.
Фото:Anatoly Lomokhov/Global Look Press/www.globallookpress.com
Автор:
Читайте нас