Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Сентябрь 2023, 17:18

Исем дә ҙур роль уйнай

Ата-әсәнең бурысы – балаһына мәғәнәле, матур, динебеҙ хуплаған исем ҡушыу.

Исем дә ҙур роль уйнай
Исем дә ҙур роль уйнай

Кеше тормошонда уның исеме лә ҙур роль уйнай. Исеме есеменә тап килһен, тип бушҡа әйтмәй халыҡ.

Тормош юлында үҙ исеменән ризалар ҙа, риза булмағандар ҙа етәһе. Мода ҡыуып, заманға яраҡлашып, ата-әсәһе балаһына ниндәй генә исем йә мәғәнәһеҙ хәрефтәр теҙмәһе ҡушһа ла, ошо ғәмәле өсөн яуап биреү – Аллаһ тапҡырында,  барыбер.Хәҙер ниндәй генә исемдәр юҡ – алфавиттағы хәрефтәрҙе бел дә, матур яңғырашлыһын эҙлә!

Шулай ҙа...

Динебеҙ ислам балаға тыуғанына 7 көн булғанда исем ататыуҙы хуплай (сөннәт ғәмәл). Хәҙер күп йәштәр динебеҙ ҡанундарын үтәй – балаһы тыуғас та , 7-се көнөндә исем ҡуштыра, аҡиҡа ҡорбанын сала. Тағы: йәштәр динебеҙҙә мәғәнәле, хупланған, матур исемдәрҙе һайлай: Абдулла, Ибраһим,Муса, Сөләймән, Хәмзә, Ғүмәр,  Хәжәр, Мәрйәм, Асия, Хәҙисә һ.б.

Ата-әсәнең бурысы – балаһына мәғәнәле, матур, динебеҙ хуплаған исем ҡушыу.

Аллаһ тапҡырында иң матур (Аллаһ яратҡан ) исем- Абдулла (Ғабдулла), шунан һуң – Абдурахман (Ғабдрахман, Абдуррахман). Уларҙан һуң – Абд(Ғабд) менән башланған исемдәр – Әбдрәхим (Ғәбдрәхим), Ғәбделәхәт һ.б.

Был исемдәрҙең баһаһы – был исемдәрҙә Аллаһ исеме, Уның атрибуттары, шулай уҡ Аллаһ ҡолдарына хас булған “Ғабду – Абду” , йәғни Аллаһ ҡоло икәнлекте аңлатҡан өлөшө булыуында.

Мүхәммәд (Мөхәмәт – ихтирамға, маҡтауға лайыҡ,  мәғәнәһендә) исемен балаға ҡушыуҙың дәрәжәһе ҙур. Хәҙистәрҙән еткерелә: Ҡиәмәт көнөндә Мүхәммәд саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә ихтирам йөҙөнән  Мүхәммәд (Мөхәмәт) исеме ҡушылған кешеләргә: “ Тороғоҙ һәм ожмахҡа инегеҙ!”-тиелер (гонаһлы, кешеләргә золом ҡылыусы һәм дингә яңылыҡ индереүселәргә түгел).

Әхмәт (Ахмад) исеме лә  баһалы, был исем дә Мүхәммәд менән бер тамырҙан. Динебеҙ балаға мәғәнәһеҙ, насар исемдәр ҡушыуҙы тыя.Шихаб (атылыусы йондоҙ), Харб (һуғыш), Рабах (килем, прибыль) кеүек исемдәрҙе ҡушыуҙан тыйылыр кәрәк.

Беҙҙең боронғо башҡорт исемдәре бик матур, динебеҙгә ярашлы  булған. Ҡуян ул тапҡан, ҡуйыр урын тапмаған, тигән кеүек, Аллаһы Тәғәлә ниғмәт, бүләк һәм һынау итеп биргән балаларыбыҙға матур һәм мәғәнәле, Аллаһ тапҡырында яуап биргәндә үҙебеҙгә ҡыйын булмаҫлыҡ исемдәр ҡушайыҡ!

Пост аҫтына һәр кемебеҙ үҙенең балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең исемен яҙһын әле – Аллаһ яратырлыҡмы, риза булырлыҡмы исемдәр? Абдуллалар, Мөхәмәттәр күпме? Хәҙисәләр, Асиялар, Сафиялар бармы?

Айһылыу Ғарифуллина әҙерләне

Автор:Айсылу Гарифуллина.
 
 
Автор:
Читайте нас: