Һаулыҡ һаҡлау министрлығында белдереүҙәренсә, ата-әсә эсе ауыртҡан өс йәшлек балаһын ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһына алып килгән. Табиптар уның ҡорһаҡ ҡыуышлығы органдарына рентген тикшереүе үткәргәндән һуң магнит шарҙарын тапҡан. Медиктар 3 миллиметрлыҡ 10 шарҙы алған.
«Магнит шарҙары — бик хәүефле уйынсыҡ, — ти белгестәр. — Ашҡаҙан-эсәк юлында улар бер-береһенә тартыла һәм йәбешә. Был иһә некрозға, перитонитҡа һәм сепсисҡа килтереүе ихтимал».
https://vk.com/bashkortostanim