Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Июль 2023, 12:58

Башҡортостанда муниципаль депутаттарға староста вәкәләттәрен үтәргә рөхсәт ителде

/

Башҡортостанда муниципаль депутаттарға староста вәкәләттәрен үтәргә рөхсәт ителде
Башҡортостанда муниципаль депутаттарға староста вәкәләттәрен үтәргә рөхсәт ителде

Башҡортостанда «Башҡортостан Республикаһында ауыл старосталары тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 3-сө статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон ҡабул ителде һәм көсөнә инде. Был хаҡта «Башинформ»ға республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат үҙәгенән хәбәр иттеләр.

– Законда ауыл старосталары итеп тәғәйенләнә алған кешеләр даирәһе киңәйтелде,  – тип хәбәр итте Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Хәҙер даими булмаған нигеҙҙә вәкәләттәрҙе башҡарған муниципаль депутаттар, шулай уҡ ошо биләмәлә өйө булған, әммә үҙҙәре унда даими йәшәмәгән граждандар ҙа староста була ала.

Парламент спикеры фекеренсә, был яңылыҡ халыҡ мәнфәғәтендә старосталар институтын үҫтереүгә булышлыҡ итергә тейеш.

– Ауыл халҡы өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә әҙер граждандар староста итеп тәғәйенләнә, – тине Константин Толкачев. – Старосталар үҙ эше өсөн аҡса алмай, был – уларға өҫтәмә йөкләмә.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-07-27/bash-ortostanda-munitsipal-deputattar-a-starosta-v-k-l-tt-ren-t-rg-r-hs-t-itelde-3359636

 

Автор:
Читайте нас: