Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Июль 2023, 17:05

Хөкүмәт "Ауыл ипотекаһы" программаһы параметрҙарын киңәйтте

Башҡортостанда теләгән һәр кем, хатта икенсе төбәк кешеһе, ауыл ипотекаһы алыу мөмкинлегенә эйә. Заемсыларға махсус талаптар юҡ, тик банк ҡына үҙенең талаптарын ҡуя.

Хөкүмәт "Ауыл ипотекаһы" программаһы параметрҙарын киңәйтте
Хөкүмәт "Ауыл ипотекаһы" программаһы параметрҙарын киңәйтте

Төбәктә ауыл ипотекаһын аккредитация үткән банктар бирә ала. Башҡортостанда йәшәүселәр "Россельхозбанк"ҡа һәм Һаҡлыҡ банкыһына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Бының өсөн түбәндәге документтар талап ителә:
- Рәсәй гражданы паспорты
- СНИЛС
- ИНН
- килемде раҫлаусы документ
- 28 йәшкәсә ир-егеттәргә - хәрби билет

❗Рәсәй Хөкүмәте ташламалы ауыл ипотекаһы программаһы параметрҙарын киңәйтте. Хәҙер программала ҡатнашҡан бөтә төбәктәрҙә йәшәүселәр өсөн йылына 3 проценттан артмаған ставка буйынса кредиттың максималь күләме 3 миллиондан 6 миллион һумға тиклем арттырылды. Программа Мәскәүҙә, Мәскәү өлкәһендә һәм Санкт-Петербургта эшләмәй.

❓Ниндәй торлаҡ алырға мөмкин?
Яңы төҙөлгәне лә, икенсел торлаҡ та алырға була. Физик шәхестән икенсел торлаҡ һатып алһаң, йорттоң сафҡа индерелеү ваҡыты - 5 йылдан, ә төҙөүсенән алғанда 3 йылдан артмаҫҡа тейеш. Бөтә коммуникацияларҙың - электр, һыу, канализация һәм йылытыу системаларының тәртиптә булыуы мөһим.

50 меңгә тиклем кеше йәшәгән терәк тораҡ пункттарҙа 5 ҡаттан бейек булмаған йорттарҙа беренсел баҙарҙа фатир һатып алыуға ла ипотека алырға мөмкин.

Терәк тораҡ пункттар ҡала сигенән ситтә урынлашҡан. Унда бер йәки бер нисә муниципаль биләмә халҡының ихтыяжын тәьмин иткән инфраструктура йылдам үҫешә.

❓Ауылда прописка кәрәкме? Эйе. Яңы торлаҡта теркәлеп, банкҡа ошо хаҡта документ алып килеү өсөн ярты йыл ваҡытығыҙ бар.

Тулыраҡ мәғлүмәт - Рәсәй Хөкүмәте сайтында http://government.ru/news/48955/

Торлаҡ мәсьәләләрендә бушлай ярҙам сервисы: спроси.дом.рф

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

https://vk.com/anlatabiz102

 

Автор:
Читайте нас: