Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Июль 2023, 13:33

Дәүләт Думаһы май айында оҙайлы ялдар тураһында закон проектын хупламаны

/

Дәүләт Думаһы май айында оҙайлы ялдар тураһында закон проектын хупламаны
Дәүләт Думаһы май айында оҙайлы ялдар тураһында закон проектын хупламаны

Дәүләт Думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты шаршамбы көндө ултырышта депутаттарға яңы йыл байрамдарын ҡыҫҡартыу иҫәбенә майҙа оҙайлы ялдар тураһында закон проектын кире ҡағырға тәҡдим итте.

Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына үҙгәрештәр индереүҙе күҙ уңында тотҡан проектты 5 апрелдә Дәүләт Думаһына «Яңы кешеләр» фракцияһы депутаттары индергәйне. Ул саҡта парламент палатаһы вице-спикеры Владислав Даванков төбәктәрҙең май байрамдары осоронда өҫтәмә ял көндәре билдәләй алыуын, әммә «был мөмкинлектән файҙаланмауын» әйтте.

Хөкүмәттең закон проекттары эшмәкәрлеге буйынса комиссияһы әлегәсә был башланғысты хупламаны. Хәҙер эшләмәгән байрам көндәре граждандарҙың мәнфәғәттәрен, профсоюздарҙың һәм эш биреүселәр ойошмаларының фекерен иҫәпкә алып билдәләнгән.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-07-19/d-l-t-duma-y-ya-y-yyl-kanikuldary-i-ben-may-a-o-ayly-yaldar-tura-ynda-zakon-proektyn-huplamany-3346671

 

Автор:
Читайте нас: