Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Июль 2023, 12:05

Үҙ эшеңде асырға теләйһеңме?

28 июлдә Башҡортостандың Халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрендә үҙ эшен асырға теләүселәр өсөн Берҙәм консультация көнө уҙғарыла. Килегеҙ, һеҙгә бушлай бизнес-план әҙерләргә ярҙам итерҙәр!

Үҙ эшеңде асырға теләйһеңме?
Үҙ эшеңде асырға теләйһеңме?

Тағы ниндәй мәғлүмәт?

Эшҡыуарлыҡ эшенең нескәлектәренә өйрәтеү, үҙ бизнесыңды башлап ебәреү өсөн бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙамы һәм эшҡыуарҙар, үҙмәшғүлдәр өсөн ярҙам саралары (муниципаль мөлкәтте ташламалы ставкалар менән арендаға алыу, ташламалы кредиттар, бизнес үҫешенә субсидиялар һәм гранттар, төрлө программалар) тураһында мәғлүмәт биреү - тотош бер хеҙмәттәр йыйылмаһы.

Мәшғүллек хеҙмәте консультанттары һәм Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса хеҙмәттәр күрһәткән ойошмалар ярҙамға киләсәк.

Әйткәндәй, яңы эш башлаған эшҡыуарҙар өсөн Берҙәм консультациялар көнө ай һайын үткәреләсәк. Яңы үҙәктәр, кешенең билдәле бер тормош хәлен йәки юридик берәмектең аныҡ бизнес-ситуацияһын иҫәпкә алып, бер тәҙрә принцибы буйынса хеҙмәттәр күрһәтә башлаған да инде.

📍 Консультациялар үткәреү ваҡытын һәм адресын районығыҙҙың Халыҡ мәшғүллеге үҙәге сайтында белергә мөмкин: https://vk.cc/cj8a2J.

Тулыраҡ мәғлүмәт - Башҡортостан Хөкүмәте сайтында: https://vk.cc/cpt9Lq.

Башҡортостан Республикаһының «Минең бизнесым» үҙәгендә лә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алырға мөмкин. Бында эшҡыуарҙарға 100-ҙән ашыу төр консультация һәм белем биреү хеҙмәттәре күрһәтелә. Адрестары - бәләкәй һәм урта бизнесҡа булышлыҡ итеү порталында: https://vk.cc/coPOS9.

«Минең бизнесым» үҙәгенең ҡыҙыу линияһы: 8 (347) 224-99-99

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

 

https://vk.com/anlatabiz102

 

Автор:
Читайте нас: