Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Июль 2023, 14:58

Башҡортостан коммуналь хеҙмәттәрҙең сифаты күтәреләсәк төбәктәр иҫәбенә инде

/

Башҡортостан коммуналь хеҙмәттәрҙең сифаты күтәреләсәк төбәктәр иҫәбенә инде
Башҡортостан коммуналь хеҙмәттәрҙең сифаты күтәреләсәк төбәктәр иҫәбенә инде
 

Рәсәйҙең 19 төбәге, шул иҫәптән Башҡортостан коммуналь инфраструктураны модернизациялауҙың яңы программаһы буйынса аҡса аласаҡ. Был хаҡта Биләмәләрҙе үҫтереү фонды хәбәр итә.

Программала Башҡортостан, Карелия, Тыва, Төньяҡ Осетия, Ҡырым, Дағстан, Брянск, Вологда, Кемерово өлкәләре һәм башҡалар ҡатнаша. 2024 йылдың аҙағына тиклем был төбәктәрҙә 659,1 саҡрым инженер селтәрҙәре яңыртыла, 614,3 мең кеше өсөн коммуналь хеҙмәттәрҙең сифаты күтәрелә. Финанс ярҙамының дөйөм күләме –12,5 миллиард һум. Ил төбәктәрендә коммуналь инфраструктураны яңыртыу программаһының операторы –Биләмәләрҙе үҫтереү фонды.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостандың «Стимул» программаһы буйынса федераль ҡаҙнанан аҡса йәлеп итеү йәһәтенән лидер булыуы хаҡында хәбәр иткәйне.

Фото:Ксения Калинина

 

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-07-13/bash-ortostan-kommunal-he-m-tt-r-e-sifaty-k-t-rel-s-k-t-b-kt-r-i-ben-inde-3338633

 

Автор:
Читайте нас: