Ныҡ өлгөргән, хатта иҙелә башлаған абрикосты (йәки башҡа емеш-еләкте) ике килонан ашыу алығыҙ. Шәкәр бер кило талап ителә. Желе барлыҡҡа килһен өсөн махсус ҡулланмалар кәрәк буласаҡ, мәҫәлән, Желфикс порошогы. Ул 10 г самаһы кәрәк.
Абрикосты йыуырға, төштәренән таҙартырға. Емеште иҙер өсөн ит үткәргес йәки махсус комбайн ҡулланырға була. Бынан һуң абрикосҡа шәкәр менән порошок ҡушыла. Әйткәндәй, борон ҡаҡты емешкә бер нәмә лә ҡушмай ғына эшләгәндәр. Шәкәрле абрикосты ярты сәғәт ҡайнатырға кәрәк.
Килеп сыҡҡан массаны һыуытырға. Фольга, клеенка йәки пергамент ҡағыҙы кәрәк буласаҡ. Ҡаҡты ҡалыныраҡ итергә теләүселәр фольганың ситен бөрөп ҡуя ала. Массаны йәйеп һалырға. Уртаса алғанда, уның ҡалынлығы ярты сантиметр самаһы буласаҡ. Хәҙер киптерергә һалып ҡуябыҙ. Көтөргә теләмәгәндәр мейестә лә ҡоротоп ала, кемдер ҡараңғы һәм һалҡын урында тота. Бынан һуң әйләндереп, тағы ла киптерәләр. Ҡаҡты теләгән бер формала ҡырҡырға була. Һаҡлаған ваҡытта торба итеп төрөп һалырға мөмкин.