Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Июль 2023, 16:17

Һеҙгә яңы йөҙ һумлыҡ осранымы әле?

Башҡортостанда яңыртылған 100 һумлыҡ аҡсалар барлыҡҡа килде.

Һеҙгә яңы йөҙ һумлыҡ осранымы әле?
Һеҙгә яңы йөҙ һумлыҡ осранымы әле?

Башҡортостанда яңыртылған 100 һумлыҡ аҡсалар барлыҡҡа килде. Элекке өлгөләге купюралар ҙа бар һәм улар әйләнештә ҡаласаҡ. Махсус рәүештә уларҙы яңыһына алмаштырыу кәрәкмәй.

Ни өсөн купюралар яңыртыла - Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк белгестәре аңлата:

Банкноталарҙы яңыртыу - купюраларҙың сифатын, хәүефһеҙлеген арттырыу һәм оҙаҡ хеҙмәт итһен өсөн планға ярашлы даими үткәрелеп килгән сара ул.

Әле алып барылған эш, 2022 йылда башланып, 2025 йылда тамамланасаҡ. Модернизация 100 һумлыҡ аҡсаларҙан башланды һәм, 200, 2000 һумдан тыш, бөтә номиналдағы банкноталарға ла ҡағыласаҡ.

2023 йылда Рәсәй банкыһы 1000 һәм 5000 һумлыҡ яңыртылған аҡсалар тәҡдим итергә ниәтләй, 2024 йылда - 500 һумлыҡ, 2025 йылда 10 һәм 50 һумлыҡтар сығарыу күҙаллана.

Яңыртылған барлыҡ купюралар ҙа аҡрынлап әйләнешкә инәсәк һәм ғәмәлдәге аҡсалар менән бер рәттән йөрөйәсәк. Элекке модификациялағы купюралар тәбиғи юл менән, йәғни туҙғас әйләнештән сығарыласаҡ.

Яңы аҡсаның ялған булмауын нисек белергә? Сайттағы https://vk.cc/cpjYnR плакатты һәм Рәсәй банкыһының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе - Милли банк идарасыһы урынбаҫары Егор Михтанюк менән видеоны ҡарағыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

 

https://vk.com/anlatabiz102

 

Автор:
Читайте нас: