- Ҡулдың таҙалағы.
Үҙеңдеке булмаған әйберҙәрҙе алмаҫҡа һәм байлыҡтың ҡырҡтан бер өлөшөн мохтаждарға бирергә, ябай ғына әйткәндә, саҙаҡа биреп ярҙам итеүҙә һаран булмау.
- Ҡолаҡтарҙың таҙалығы.
Ғәйбәт, фетнә һәм дошманлыҡҡа саҡырыусы һүҙҙәрҙе тыңламау.
- Күҙҙәрҙең таҙалығы.
Кешеләргә көнсөллөк, боҙоҡлоҡ һәм шәһүәт менән ҡарамау.
- Ауыҙҙың таҙалығы.
Буш һүҙҙән, ғәйбәттән һәм сиктән уҙып күп һөйләүҙән тыйылыу. «Һөйләшеү көмөш булһа, өндәшмәй тороу – алтын», – ти халыҡ.
Тәндең, кейемдең һәм йәшәгән урындың таҙа һәм бөхтә булыуы.
- Уй һәм фекерҙең таҙа булыуы.
Гонаһлы фекерҙәргә юл ҡуймау. Бигерәк тә башҡалар тураһында тейешһеҙ насар уйҙар уйламау.
- Йөрәктең таҙа булыуы.
Иманһыҙлыҡ, ике йөҙлөлөк, тәкәберлек һәм көнсөллөк сирҙәренән сәләмәт булыу.
Хөрмәтле дуҫым! Паклыҡ тураһында һүҙ барғанда, Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.в.)дең «Таҙалыҡ – имандың яртыһы» тигән һүҙен иҫкә төшөрмәү һис мөмкин түгел. Эйе, юғарыла яҙылған таҙалыҡ ҡағиҙәләрен үҙендә булдыра алмаған кешене тулы иманлы кеше тип әйтеү ауыр...
Фото: https://unsplash.com/