ЙӘМҒИӘТ
23 Июнь 2023, 04:49

"Эшҡыуар әлифбаһы" программаһы үҙ эшен яңыраҡ асҡандарға ярҙам итәсәк

Ғаризалар ҡабул ителә башланы. Уҡытыуҙы үткәреү урыны: Өфө ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 3-сө йорт.

"Эшҡыуар әлифбаһы" программаһы үҙ эшен яңыраҡ асҡандарға ярҙам итәсәк"Эшҡыуар әлифбаһы" программаһы үҙ эшен яңыраҡ асҡандарға ярҙам итәсәк
"Эшҡыуар әлифбаһы" программаһы үҙ эшен яңыраҡ асҡандарға ярҙам итәсәк

Башҡортостанда «Эшҡыуар әлифбаһы» белем биреү программаһына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Уҡытыуҙы үткәреү урыны: Өфө ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 3-сө йорт.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 4-8 июлдә яңы эш башлаған һәм ғәмәлдәге эшҡыуарҙар «Эшҡыуар әлифбаһы» бушлай белем биреү программаһында ҡатнаша ала. Сара «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам» милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә уҙғарыла. Программаны БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ярҙамында Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлыҡ ойоштора.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов аңлатыуынса, уларҙың ведомствоһы ғәмәлдәге эшҡыуарҙарҙы һәм үҙ эшен асырға ниәтләгән кешеләрҙе уҡытыуға ҙур иғтибар бүлә. Былтыр Башҡортостан Республикаһының «Минең бизнесым» үҙәге тарафынан МСП-тың бер меңдән ашыу субъекты, үҙмәшғүлдәр һәм физик шәхестәр ҡатнашлығында 13 белем биреү һәм уҡытыу программаһы үткәрелде, тип билдәләне ул.

Белгестәр билдәләүенсә, программа тыңлаусыларға эксперттар менән бергә идеяны формалаштырыуҙан алып бизнес-план әҙерләүгә тиклем юл үтергә һәм көнүҙәк һорауҙарға яуап бирергә мөмкинлек бирә: бизнесты нисек теркәргә, старт капиталын ҡайҙан табырға, шулай уҡ финанс сығымдарын нисек планлаштырырға, үҙҡиммәткә һәм эшмәкәрлек һөҙөмтәлелегенә иҫәп тоторға.

Уҡыуға түбәндәге һылтанма буйынса теркәлергә мөмкин: https://tpprb.timepad.ru/event/2463184/.

Ҡатнашыусылар һаны сикләнгән. Ә бөтә белем биреү программалары, шулай уҡ башҡа дәүләт ярҙамы саралары буйынса мәғлүмәтте БР «Минең бизнесым» үҙәге сайтына йәки «ҡыҙыу линия» телефоны буйынса белергә мөмкин: 7(347) 224-99-99.

Ә бөтә мәғариф программалары, шулай уҡ башҡа дәүләт ярҙамы саралары буйынса мәғлүмәтте БР  https://cmbrb.ru/ «Минең бизнесым» үҙәге сайтында һәм «ҡыҙыу линия» телефоны: 7(347) 224-99-99 буйынса белергә мөмкин.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас