Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Июнь 2023, 15:10

Ҡамыры май һәм йомортҡаһыҙ!

Бындай тәмле, йомшаҡ пирожки ашағанығыҙ юҡтыр әле. 

Ҡамыры май һәм йомортҡаһыҙ!
Ҡамыры май һәм йомортҡаһыҙ!

Бөгөн иғтибарығыҙға иҫ китмәле ҡамыр рецебы тәҡдим итәбеҙ. Унан нимә әҙерләһәгеҙ ҙә, ул йомошаҡ, ҡабарынҡы һәм тәмле килеп сыға, ә иң мөһиме, бер нисә көн буйы ҡатмай һаҡлана. Иң ҡыҙығы ҡамырға май ҙа, йомортҡа ла һалырға кәрәкмәй!

Алабыҙ:

Майонез - 150 грамм;

Тоҙ - 1/2 сәй ҡалағы;

Шәкәр - 3 сәй ҡалағы;

Ҡоро сүпрә - 8 грамм;

Он - 4 стакан;

Һөт - 1/2 стакан;

Һыу - 1/2 стакан.

Әҙерләү:

Тәүҙә ҡамырҙы әсетәбеҙ. Мискәгә йылы һөт һәм йылы һыу һалып, әсеткене, шәкәрҙе һәм дүрт аш ҡалағы ондо өҫтәргә лә ныҡ ҡына итеп бутарға. Пленка менән ҡапларға һәм башы күтәрелгәнсе 30 минутҡа йылы урында ҡалдырырға.

30 минуттан пленканы алабыҙ ,әҙер масса бер нисә тапҡырға артырға тейеш. Уға майонез һәм өлөшләп ондо өҫтәйбеҙ. Йомшаҡ ҡамыр баҫабыҙ һәм йылы урынға 1-1,5 сәғәткә алып торорға.

Ваҡыт үтеү менән ҡамыр әҙер ҙә була. Хәҙер йәнегеҙ теләгән эслек һалып пирожки, пирогтар бешеререгә мөмкин. Аштарығыҙ тәмле булһын!

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева.
 
 
 
Автор:
Читайте нас: