ЙӘМҒИӘТ
21 Июнь 2023, 06:52

Радий Хәбиров «Башҡортостан. Хроника. Махсус хәрби операция» фильмы тураһында хәбәр итте

/

Радий Хәбиров «Башҡортостан. Хроника. Махсус хәрби операция» фильмы тураһында хәбәр иттеРадий Хәбиров «Башҡортостан. Хроника. Махсус хәрби операция» фильмы тураһында хәбәр итте
Радий Хәбиров «Башҡортостан. Хроника. Махсус хәрби операция» фильмы тураһында хәбәр итте
Фото:видеонан скриншот

Башҡортостан юлдаш телеканалында «Башҡортостан. Хроника. Махсус хәрби операция» документаль фильмын күрһәтәләр. Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте. Фильмдың нигеҙендә — республика киң мәғлүмәт сараларының материалдары, алғы һыҙыҡтан уникаль кадрҙар. Унда мобилизацияланған һәм үҙ теләге менән яуға киткән яҡташтарыбыҙҙың Тыуған илебеҙҙе һаҡлауы, тылда яугирҙәргә нисек ярҙам итеүҙәре хаҡында һөйләйҙәр.

«Башҡортостан. Хроника... » серияһынан тағы бер фильм төшөрҙөк. Был юлы махсус хәрби операцияға арнала. Ошо фильм да — көслө һәм ҡыйыу яҡташтарыбыҙ, яңы саҡырыуҙар хаҡында», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

«Башҡортостан. Хроника. Махсус хәрби операция» фильмы кесаҙна һәм йома киске сәғәт 7-лә Башҡортостан юлдаш телеканалында күрһәтелә.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-06-21/radiy-h-birov-bash-ortostan-hronika-mahsus-h-rbi-operatsiya-filmy-tura-ynda-h-b-r-itte-3308098

 

Автор:
Читайте нас