

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Хәйбулла районында үткән һабантуйҙа «Рәсәйҙә иң ҙур ҡорот» ил рекордын ҡуйыу фестивале үтте. Хәйбуллаларҙың 442,6 килограмлыҡ ҡоротон Рәсәйҙең Рекордтар китабы эксперты теркәне. Күптәрҙе был хәтлем ҡороттоң артабанғы яҙмышы ҡыҙыҡһындырмай ҡалмағандыр. Был хаҡта район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова үҙенең "Бәйләнештә" сәхифәһендә түбәндәге яҙыуҙы ҡалдырған.
"Анауынсама ҡоротто нимә итерҙәр тип бошонмағыҙ. Хәйбулланың һәр тарафында ошолайтып, борҡолдарып киптереп яталар уны, яугир егеттәргә ебәрәбеҙ тип".
Тимәк, шифалы һәм тәмле ҡороттар тиҙҙән махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә оҙатыласаҡ.
Фото: Роза Рәсембәтованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2023-06-14/anauynsama-orotto-ni-eshl-ttel-r-3298841