

Поезд составында ике ҡатлы купе вагондар бар, улар уңайлы сәфәр өсөн кәрәкле бөтә нәмә - розеткалар, кондиционерҙар, заманса санитар бүлмәләр менән йыһазландырылған. Вагон-ресторан бар.
Купеға шәхси магнит асҡыс-карта ярҙамында инергә.
Вагондарҙың береһендә ҙур майҙанлы купе бар, ул хәрәкәт итеүе сикле пассажирҙар өсөн йыһазландырылған.
Юлдағы туҡталыштар - Абдулино, Һамар, Сызрань, Һарытау, Волгоград, Краснодар, Туапсе, Сочи, Адлер һәм башҡа станциялар.
Поезд билдәле бер даталарҙа ҡуҙғала, Өфөнән поезд – 7 сәғәт 18 минутта, Имеретинск курорты станцияһынан 18 сәғәт 51 минутта (урындағы ваҡыт) ҡуҙғала. Поездың хәрәкәт итеү расписаниеһы менән www.rzd.ru сайтында һәм “Рәсәй тимер юлдары Пассажирҙарға" мобиль ҡушымтаһында https://www.rzd.ru/ru/9848 танышырға мөмкин.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан