

Аллаға шөкөр, ауылыбыҙҙа айыҡ никахтар, айыҡ юбилейҙар үткәрелеп тора.
Ошо көндәрҙә ауылыбыҙҙың хөрмәтле ғаиләләренең береһе Сания апай һәм Рәфҡәт ағай Алибаевтар үҙәренең матур ғаилә байрамдарын билдәләп үттеләр.
Уларҙың бергә - бергә, иңгә - иң терәп йәшәүҙәренә 55 йыл.
55 йыл бергә йәшәү өсөн кешеләргә күпме сабырлыҡ, түҙемлек, аҡыл, өмөт, ышаныс кәрәк.
Алибаевтар барыһында, ҡыуаныс шатлығын да, ҡайғы - хәсрәтен дә бергә күтәреп, оло тормош юлы үтеп, әлеге көндә ҡәҙерле атай, әсәй, яратҡан картатай, өләсәй.
Күптәргә үрнәк булған , матур ғаиләне ҡотларға Федоровка ауыл биләмәһе башлығы Наталья Семеновна Лебедева, Ветерандар советы рәйесе Наил Гилмитдин улы Исламғолов һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре килде.
Наталья Семеновна юбилярҙарға изге теләктәрен еткереп иҫтәлекле бүләк һәм "Рәхмәт хаты" тапшырҙы.