Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Июнь 2023, 12:43

Республикала балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе иҫәпләнеләр

/

Республикала балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе иҫәпләнеләр
Республикала балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе иҫәпләнеләр
 

Бөгөн Рәсәйҙә, донъяның күп илдәрендәге кеүек, мөһим байрам — Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә.

Башҡортостанда 2023 йылдың 1 ғинуарына 17 йәшкәсә балалар һәм үҫмерҙәр һаны 899,2 мең кеше йәки республика халҡының 22,1% тәшкил иткән. Был хаҡта «Башинформ»ға республика статистиктарынан билдәле булды.  

Башстат мәғлүмәттәренә ярашлы, бәлиғ булмағандарҙың 63,1%  — ҡала ерендә, 36,9% ауылда йәшәй. Мәктәпкәсә йәштәге — 6 йәшкә тиклемге балалар бәлиғ булмағандарҙың 34,4 % тәшкил итә.

«Былтыр республикала 36 213 сабый донъяға килгән. Малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда йылдан-йыл күберәк тыуа. Уҙған йылда 100 ҡыҙға 106 малай тура килгән. Яңы тыуғандарҙың дөйөм һанынан 35,1% — беренсе, 33,0% — икенсе, 31,8% өсөнсө һәм артабанғы балалар », — тип асыҡлыҡ индерҙе статистиктар.

2023 йылдың башына республикала 995 үҙ аллы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, филиал хоҡуғында 279 учреждение, 471 мәктәпкәсә тәрбиә биреү подразделениеһы (төркөмө), шулай уҡ мәктәпкәсә белем биреү программалары буйынса белем биреү эшмәкәрлеген алып бармаған 12 учреждение иҫәпләнгән.

Балалар баҡсаларына 220 мең бала йөрөгән. 2022/2023 уҡыу йылы башында мәктәптәрҙә, лицейҙарҙа һәм гимназияла 519,7 мең уҡыусы уҡыған, тип һығымта яһаны статистиктар.

 

Автор:Галина Бахшиева.
 
Фото:Валерий Шахов.
 
 
Автор:
Читайте нас: