Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Июнь 2023, 12:58

Башҡортостанда Мораҙым тарлауығына инеүҙе тыйыу оҙайтылды

/

Башҡортостанда Мораҙым тарлауығына инеүҙе тыйыу оҙайтылды
Башҡортостанда Мораҙым тарлауығына инеүҙе тыйыу оҙайтылды
Фото:«Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы

«Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркында карантин 4 июнгә тиклем оҙайтылды. Был осорҙа паркка инергә ярамай, тип хәбәр итә республиканың Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы. Биләмәне санитар эшкәртеүгә бәйле 25-26 майға тәбиғәт паркында карантин иғлан ителгәйне. Һуңынан уны 30 майға тиклем оҙайттылар.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Белоруссиянан килтерелгән зубрҙарҙы Мораҙым тарлауығына ебәрәләр тип хәбәр иткәйне.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-05-31/bash-ortostanda-mora-ym-tarlauy-yna-ine-e-tyyyu-o-aytyldy-3282113

 

Автор:
Читайте нас: