ЙӘМҒИӘТ
16 Май 2023, 11:25

Хәрби йыйындарға саҡырылған резервистар махсус хәрби операцияла ҡатнашмай — Дәүләт Думаһы

/

Хәрби йыйындарға саҡырылған резервистар махсус хәрби операцияла ҡатнашмай — Дәүләт ДумаһыХәрби йыйындарға саҡырылған резервистар махсус хәрби операцияла ҡатнашмай — Дәүләт Думаһы
Хәрби йыйындарға саҡырылған резервистар махсус хәрби операцияла ҡатнашмай — Дәүләт Думаһы

Рәсәй Дәүләт Думаһының Оборона буйынса комитеты рәйесе Андрей Картаполов һүҙҙәренсә, 2023 йылда хәрби йыйындарға саҡырылған граждандар махсус операция зонаһына ебәрелмәй. Был хаҡта «Интерфакс» хәбәр итә.

«Әлбиттә, улар махсус хәрби операция зонаһына бармай, ошондай йыйындар йыл да уҙғарыла. Резервистар йыйындарға килеп, тәғәйен ваҡыт шөғөлләнер һәм ғаиләләренә, эш урындарына кире ҡайтыр», — тип Картаполовтың һүҙҙәрен килтерә агентлыҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй президенты Владимир Путин хәрби йыйындарға саҡырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-05-16/h-rbi-yyyyndar-a-sa-yryl-an-rezervistar-mahsus-h-rbi-operatsiyala-atnashmay-d-l-t-duma-y-3260039

 

Автор:
Читайте нас