ЙӘМҒИӘТ
12 Мая 2023, 07:14

Һарымһаҡ һәм һыу күп сирҙән ҡотҡарыр

Һарымһаҡ төнәтмәһе атеросклероз, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәренән файҙалы. Организмды май ҡатламдарынан таҙарта, күреү һәләтен яҡшырта. Был ысулды һәр йыл һайын 1-шәр айлап ҡабатларға. Ашҡаҙан, гастрит сирҙәре менән ауырыусыларға был төнәтмә кәңәш ителмәй.

Һарымһаҡ һәм һыу күп сирҙән ҡотҡарырҺарымһаҡ һәм һыу күп сирҙән ҡотҡарыр
Һарымһаҡ һәм һыу күп сирҙән ҡотҡарыр
50 теш һарымһаҡты иҙәбеҙ. Уға ҡайнап сыҡҡан һалҡын һыуҙы һалабыҙ ҙа йылы урынға 3 тәүлеккә ҡуйырға. Өҫтөн таҫтамал менән ҡапларға. Аҙаҡ һарымһаҡты марля аша һөҙөп, һутып һығып алабыҙ. Һутын ғына быяла һауытҡа һалып һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
 
8-10 тамсылап эсемлеккә 1 сәй ҡалағы һалҡынса һыу ҡушып көнөнә 3 тапҡыр эсергә.
 
Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланыр алдынан да табип менән кәңәшләшеү зыян итмәҫ.
 
 
 
Автор:
Читайте нас