

Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек күреүҙе мөһим бурыс булыуын билдәләне. Уҙған йылдан республика хөкүмәте федераль кимәлдәгеләргә өҫтәп 33 ярҙам сараһын индерҙе, тине Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта.
«Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн «Башҡортостан» республика үҙәге эшләй башланы. Стәрлетамаҡ, Сибай, Нефтекама ҡалаларында ла ошондай үҙәктәр асылды. Оҙаҡламай Өфөлә асырға йыйынабыҙ. Хәрбиҙәргә, уларҙың туғандарына һәм яҡындарына «берҙәм тәҙрә» режимында төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә», - тип билдәләне Радий Хәбиров. Ул шулай уҡ Еңеү көнө алдынан махсус хәрби операция зонаһына барып ҡайтыуы хаҡында һөйләне, яугирҙәрҙән республика халҡына ҡайнар сәләм еткерҙе.
«Бөгөн, һигеҙ тиҫтә йыл элек кеүек үк, беҙгә йәнә бер Еңеү кәрәк! Беҙ һеҙҙең менән, яугирҙәребеҙ менән бергә, уны фиҙаҡәр хеҙмәт, Ватанды һаҡлаусыларға ярҙам итеү менән яҡынайтабыҙ. Иң мөһиме, ир-егеттәр өйҙәренә, яҡындарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Уларҙың барыһы ла - ысын геройҙар! Хөрмәтле ветерандар һәм хәрбиҙәр, барлыҡ республика халҡына ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ теләйем. Именлек, бәхет һәм тыныс күк йөҙө!
Рәсәйгә дан! Еңеүсе халыҡҡа дан!
Бөйөк Еңеү байрамы менән, хөрмәтле дуҫтар!
Оло байрам - Еңеү көнө менән», - тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, көс структуралары вәкилдәренә генерал Шайморатов ордендарын һәм миҙалдарын тапшырҙы.
Быйыл 8 мартта үҙенең 100 йәшлек юбилеын билдәләгән Иван Гаврилович Ефременко ла генерал Шайморатов орденына лайыҡ булды. Награданы уның ейәне сығып алды.
Тантаналы йыйылыш ваҡытында Радий Хәбиров Өфөнөң Октябрь проспектынан тантаналы марш менән атлаған иң яҡшы парад расчеттарын да дипломдар менән бүләкләне.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты парад расчеты беренсе дәрәжә дипломға һәм Башҡортостан Башлығы Кубогына эйә булды.
Тантаналы йыйылышта ҡатнашыусылар Бөйөк Еңеү көнөнә арналған байрам концертын ҡараны.