ЙӘМҒИӘТ
5 Май 2023, 05:53

Башҡортостандың иң айыҡ ауылдары бер нисә миллион һум аҡса алды

/

Башҡортостандың иң айыҡ ауылдары бер нисә миллион һум аҡса алдыБашҡортостандың иң айыҡ ауылдары бер нисә миллион һум аҡса алды
Башҡортостандың иң айыҡ ауылдары бер нисә миллион һум аҡса алды

Кисә «Торатау» конгресс-холында уҙған «Яҡташлыҡ көсө» форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Айыҡ ауыл - 2022 » республика конкурсы еңеүселәренә наградалар тапшырҙы.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2 майҙа, конкурстың йомғаҡлау ултырышында, 12 еңеүсе раҫланды. Положениеға ярашлы, улар халҡының иҫәбенә ярашлы номинациялар буйынса билдәләнде.  «Айыҡ ауыл-2022» республика конкурсы еңеүселәре:

«Эре тораҡ пункттар» номинацияһы

I урын — Дүртөйлө районының Мәскәү ауылы;
II урын — Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылы;
III урын — Йылайыр районының Юлдыбай ауылы.

«Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһы

I урын — Күгәрсен районының Бикбулат ауылы;
II урын — Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылы;
III урын — Мәләүез районының Смаҡ ауылы.

«Уртаса ҙурлыҡтағы тораҡ пункттар» номинацияһы

I урын — Йәрмәкәй районының Бекетов ауылы;
II урын — Белорет районының Олойылға ауылы;
III урын — Бөрйән районының Исламбай ауылы.

«Бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияһы

I урын — Көйөргәҙе районының Кинйә-Абыҙ ауылы;
II урын — Ғафури районының Оло Үтәш ауылы;
III урын — Ҡырмыҫҡалы районының Күлләр ауылы.

Республика конкурсының бүләк фонды — 40 миллион һум. Алты миллион күләмендәге иң ҙур приз «Эре тораҡ пункттар» номинацияһында еңеүсегә бирелә. Башҡа номинацияларҙа еңеүселәргә 5, 4 һәм 3 миллион һум тапшырыла, сумма ауылдың ҙурлығына ҡарап бүленә.

«Айыҡ ауыл» проекты Башҡортостандың граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондынан республика етәксеһе гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-04/samye-trezvye-sela-bashkirii-poluchili-po-neskolko-millionov-rubley-3245942

Автор:Азат Ғиззәтуллин.
Фото:Олег Яровиков.
 
 
 
Автор:
Читайте нас