

Өфөгә, Дуҫлыҡ Монументына, «Башҡортостан», «Александр Пушкин» круиз лайнерҙары, шулай уҡ Түбәнге Новгородтан «Мостай Кәрим» теплоходы килде.
Бөгөн Дуҫлыҡ Монументы янында йылға навигацияһы миҙгелен рәсми асыу уңайынан көндөҙгө сәғәт 2-лә байрам башланды. Баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын авиашоу, оҫталыҡ дәрестәре, һөнәрселәр һәм халыҡ художество кәсептәре оҫталары продукцияһы күргәҙмә-йәрминкәһе, Өфө буйлап экскурсиялар, республиканың иҫтәлекле урындарына барыу һәм башҡа саралар көтә.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2-14 майҙа Өфөгә тиҫтәнән ашыу круиз лайнерҙары килә.
6+
https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-05-02/f-g-kruiz-layner-ary-kilde-3241802