ЙӘМҒИӘТ
28 Апрель 2023, 06:29

Республикала к +26 градусҡаса йылыта

/

Республикала к +26 градусҡаса йылытаРеспубликала к +26 градусҡаса йылыта
Республикала к +26 градусҡаса йылыта

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә +26° йылыта. Шәмбе, 29 апрелдә, аяҙ, яуым-төшөмһөҙ һауа торошо көтөлә. Ел төньяҡтан, йүнәлешен көнсығышҡа үҙгәртеп талғын, көндөҙ урыны менән киҫкен. Һауа температураһы төндә +5,+10°, көнсығыш райондарҙа 0°, көндөҙ +19,+24°.

Йәкшәмбе, 30 апрелдә, әллә ни яуым-төшөм фаразланмай. Ел төньяҡтан, йүнәлешен көнсығышҡа үҙгәртеп талғын, көндөҙ урыны менән киҫкен. Һауа температураһы төндә +5,+10°, көнсығыш райондарҙа 0°, көндөҙ +21,+26°.

Рәсәй Гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд быйыл май айының йылы буласағын фаразлағайны.

«Төньяҡ-Көнбайыш федераль округының көнсығышында, Уралда, Волга буйында, Көнбайыш Себерҙең төньяғында температураның норманан юғарыраҡ булыуы ихтимал», — тип уның һүҙҙәрен килтерә ТАСС.

Ошондай фаразға ҡарамаҫтан, ҡырау төшөүе мөмкин, тип иҫкәртте Роман Вильфанд.

Автор:Әлфиә Әһлиуллина.

Автор:
Читайте нас