ЙӘМҒИӘТ
27 Апрель 2023, 08:19

Башҡортостанда пенсионерҙарҙы һәм уларҙың пенсияларын иҫәпләнеләр

Башҡортостанда 2023 йылдың мартында пенсионерҙарҙың дөйөм һаны 1,146 миллион кеше тәшкил иткән, шуларҙың 173 меңдән ашыуы — эшләүсе пенсионерҙар. Уларҙың уртаса пенсия хаҡын белгегеҙ киләме

Башҡортостанда пенсионерҙарҙы һәм уларҙың пенсияларын иҫәпләнеләрБашҡортостанда пенсионерҙарҙы һәм уларҙың пенсияларын иҫәпләнеләр
Башҡортостанда пенсионерҙарҙы һәм уларҙың пенсияларын иҫәпләнеләр

Рәсәй президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2022 йылдың 1 июненән түләүҙәрҙе 10 процентҡа индексациялау үткәрелгән. Шулай итеп, 2022 йылдың 1 ғинуарына ҡарата түләүҙәрҙең дөйөм артыуы 15,3 процент тәшкил итә.

Бынан алда хеҙмәт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, 2023 йылда индексациянан һуң эшләмәгәндәр өсөн ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме илдә 21 864 һумға етәсәк.

Башинформ. 

https://dimbuizary.ru/articles/godpoleznihdel/2023-04-27/bash-ortostanda-pensioner-ar-y-m-ular-y-pensiyalaryn-i-pl-nel-r-3236742

 

Автор:
Читайте нас