ЙӘМҒИӘТ
26 Апрель 2023, 09:24

Башҡортостандың балалар лагерҙарында ковидҡа бәйле сикләүҙәр һаҡлана — Роспотребнадзор

/

Башҡортостандың балалар лагерҙарында ковидҡа бәйле сикләүҙәр һаҡлана — РоспотребнадзорБашҡортостандың балалар лагерҙарында ковидҡа бәйле сикләүҙәр һаҡлана — Роспотребнадзор
Башҡортостандың балалар лагерҙарында ковидҡа бәйле сикләүҙәр һаҡлана — Роспотребнадзор

2023 йылда Башҡортостандың балалар лагерҙары биләмәһендә коронавирусты иҫкәртеүгә бәйле сикләүҙәрҙең бер өлөшө ғәмәлдә ҡала. Республика буйынса Роспотребнадзор идаралығының балалар һәм үҫмерҙәр гигиенаһы буйынса күҙәтеү бүлеге начальнигы Римма Әхмәтшина Республикаға идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуы эфирында әйтеүенсә, хәүефһеҙлек маҡсатында балаларҙың ата-әсәләре ҡатнашлығында күмәк саралар тыйылған.

Учреждение хеҙмәткәрҙәре йәйге сменалар башланыр алдынан ковидҡа һәм башҡа йоғошло ауырыуҙарға тест тапшырырға тейеш. Лагерҙарҙа даими санитар режим, шулай уҡ һауаны таҙартыу, аҙна һайын генераль йыйыштырыу эштәре башҡарыла. Балаларҙы ҡабул итергә 7 көн ҡалғас, белгестәр талпандарҙан, кимереүселәрҙән эшкәртә башлана.

«Лагерҙарҙың эше каникулдар алдынан да, эш барышында ла даими контролдә тотола», — тип билдәләне эксперт.

2023 йылда Башҡортостанда балаларҙың йәйге ялын ойоштороу тураһында тулыраҡ «Башинформ» сайтында уҡығыҙ.

 

Автор:
Читайте нас