

Шуныһы ҡыуаныслы -
Форумдың ойоштороусыһы Түңгәүер ырыуы йәштәренең Ҡор рәйесе, Хәйбулла ҡыҙы Гөлназ Дилмөхәмәтова. Форумда Башҡортостан сәнғәте һәм мәҙәниәте буйынса эксперт булараҡ шулай уҡ яҡташыбыҙ, Түңгәүер ырыуының Ҡор башы Хөрмәтулла Үтәшев сығыш яһаны. ( фотола Түңгәүер ырыуы йәштәре)
«BASH.LINGUA» - башҡорт мәҙәниәтен халыҡ - ара киңлектә танытыу өсөн эшләнгән, Башҡортостан йәштәренең сит ил йәштәре менән практик-йүнәлешле диалогы өсөн тыуҙырылған майҙан. Тәүҙә халыҡ-ара һөйләшеү клубы форматында уҙғарылған сара үҙ тарихында 200-ҙән ашыу йәш кешене берләштергән.
2022 йылда проектҡа Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ 280.000 һум күләмендә финанс ярҙамы күрһәткән.
Форум 3 йүнәлештә эшләгән:
«Этно-уңыш»
«Башҡорт театры һәм кинематографы»
«Проекттар механизмы»
Форумда ҡатнашыусылар эксперттар, үҙ эшенең оҫталары, дәүләт эшмәкәрҙәре менән күҙгә-күҙ осрашып аралашыу мөмкинлегенә эйә булған.