ЙӘМҒИӘТ
17 Апрель 2023, 05:29

Республика халҡын был аҙнала өҫтәмә ял көнө көтә

/

Республика халҡын был аҙнала өҫтәмә ял көнө көтәРеспублика халҡын был аҙнала өҫтәмә ял көнө көтә
Республика халҡын был аҙнала өҫтәмә ял көнө көтә

Республика халҡын был аҙнала өҫтәмә ял көнө көтә. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 21 апрелдә Ураҙа байрамы билдәләнә. Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, был көн эшләмәгән байрам көнө тип иғлан ителгән.

Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 21, 22 һәм 23 апрель — ял көндәре, ә кесе йома, 20 апрелдә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Рәсәй Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһына ярашлы йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә Ураҙа байрамындағы ял һәм байрам көнө отпускының календарь көндәренә индерелмәй.

 

Автор:Дарья Субботина.
 
Фото:Ләйсән Закирова.
 
 
Автор:
Читайте нас