ЙӘМҒИӘТ
17 Апрель 2023, 11:22

Берәҙәк эттәр баланы талап үлтергән

Ырымбур ҡалаһында Ҡуласа урамындағы гараж кооперативы янында берәҙәк эттәр өйөрө малайға ташланған. Үҙе йәшәгән йорттан алыҫ түгел ерҙә уйнап йөрөгән,  бала алған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында йән биргән.

Берәҙәк эттәр баланы талап үлтергәнБерәҙәк эттәр баланы талап үлтергән
Берәҙәк эттәр баланы талап үлтергән

Ырымбур ҡалаһында Ҡуласа урамындағы гараж кооперативы янында берәҙәк эттәр өйөрө малайға ташланған. Үҙе йәшәгән йорттан алыҫ түгел ерҙә уйнап йөрөгән,  бала алған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында йән биргән. 

Максимға 9 йәш булған. Пасха уңайынан ул дуҫы менән байрамсылап йөрөгән. Көндөҙ ул кәнфиттәр йыйып ҡайтҡан да, йәнә бер сәғәткә тип һорап сығып киткән.Ҡайтҡас дәрес эшләргә тейеш булған. Әммә ул әйләнеп ҡайтмаған...

5 ҡатлы йорт янындағы гараждар кооперативында эттәр малайҙарға ташланған. Дуҫы ҡасып өлгөргән, ә Максим ваҡиға урынында йән биргән...

Бәлиғ булмағандың фажиғәле үлеме буйынса РФ Енәйәт кодексының 293-сө статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: РФ-ның Ырымбур өлкәһе буйынса тәфтиш комитетынан.

https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2023-04-17/ber-k-ett-r-balany-talap-lterg-n-3223496

 

Автор:
Читайте нас