

Дәүләт Думаһы электрон повестка тураһында закон проектын бер юлы ике уҡыуҙа ҡабул итте. РФ дәүләт Думаһы «Дәүләт хеҙмәттәре» сайты аша ебәрелгән электрон повесткаларҙы призывниктың ҡултамғаһы менән алған повесткаларға тиңләне. Документ шулай уҡ хәрби хеҙмәттән ҡасҡандарҙың хоҡуҡтарын сикләүҙе күҙ уңында тота.
Электрон повестка алғандан һуң граждан өс көн эсендә хәрби комиссариатҡа ҡағыҙ повестка алыу өсөн килергә тейеш. Әгәр срогы үтһә, хәрби комиссариатҡа саҡырыу ваҡытында үҙ аллы килергә тейешһең. Граждан билдәләнгән ваҡытта килмәһә, ул хеҙмәттән ҡасыу йөрөүсе тип таныла.