ЙӘМҒИӘТ
10 Апрель 2023, 06:12

Йөклөлөктөң 36-сы аҙнаһында әсә буласағын белеп ҡалған!

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, яҡташыбыҙға 15 йыл элек түлһеҙлек диагнозы ҡуйылған. Ошо сәбәпле, ҡатын сабый тыуғанға тиклем, тиерлек, йөклө булыуына ышанмаған.

Йөклөлөктөң 36-сы аҙнаһында әсә буласағын белеп ҡалған!Йөклөлөктөң 36-сы аҙнаһында әсә буласағын белеп ҡалған!
Йөклөлөктөң 36-сы аҙнаһында әсә буласағын белеп ҡалған!

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, яҡташыбыҙға 15 йыл элек түлһеҙлек диагнозы ҡуйылған. Ошо сәбәпле, ҡатын сабый тыуғанға тиклем, тиерлек, йөклө булыуына ышанмаған.

Быға тиклем пациенттың һаулығы менән етди проблемалар була, ул дауаланып сыға. Йөклөлөк билдәләре барлыҡҡа килгәс, яман шештән ҡурҡып, гинекологҡа мөрәжәғәт итмәй.

Ҡатын ҡарынында көслө хәрәкәттәр тойолғас ғына табиптарға мөрәжәғәт итә. УЗИ-ла уның 36 аҙналыҡ ауыры барлығы асыҡлана.

39-сы аҙнала буласаҡ әсәгә операция яһайҙар. Һау-сәләмәт малай донъяға килә, уның оҙонлоғо 51 сантиметр, ауырлығы 2600 г. Хәҙер әсә менән сабый медицина үҙәгендә табип күҙәтеүе аҫтында. Беҙ уларға тиҙерәк һауығыуҙарын һәм сәләмәт булыуҙарын теләйбеҙ.❤

 

https://vk.com/bashkortostanim

 

Автор:
Читайте нас