

Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Шәрип ауылынан 16 йәшлек уҡыусы кешене ҡотҡара. Был хаҡта район хакимиәте хәбәр итә.
Вилдан Ғәйнетдинов мәктәптән ҡайтып килгәндә Еңеү паркы янында ерҙә ятҡан бер ирҙе күреп ҡалған. Үтеп барған йәйәүлеләрҙең йәки автоһәүәҫкәрҙәрҙең береһе лә туҡтамай, ләкин егет үтеп китмәгән. Ул ирҙе тротуарға һөйрәп алып барған һәм уның ниҙер әйтергә тырышҡанын күргәс ашығыс ярҙамға шылтыратҡан һәм бригада килерен көтөп алған.
Асыҡланыуынса, иргә ҡапыл насар булып киткән һәм ул ҡолған. Башҡалар уны иҫерек хәлдә тип уйлаған. Тик Вилдан ғына ярҙамға килгән һәм кеше гүмерен ҡотҡарған.
Вилдан әсәһе менән Шәрип ауылында тора. Ул - биш бала араһында иң кесеһе.