

Рәнис Хәсәнов йәмәғәт башланғысында Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта дүшәмбе Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров хәбәр итте.
Рәнис Хәсәнов «Беренселәр хәрәкәте» Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһен етәкләй, тип билдәләне республика етәксеһе.
Бынан алдараҡ «Башинформ» «Беренселәр хәрәкәте» балалар һәм йәштәр хәрәкәте ойошторолғандан алып Башҡортостанда 1125 төбәк беренсел бүлексәһе асылыуын хәбәр иткәйне. Был күрһәткес буйынса республикабыҙ Рәсәй төбәктәре араһында лидерҙар иҫәбенә инде.