

Республика синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.
Башгидромет мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 10 апрелдә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән киҫкен. Һауа температураһы көндөҙ +10, +15 градус.
Шишәмбе, 11 апрелдә лә, яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән. Һауа температураһы төндә 0, -5, урыны менән 10 градус һалҡын. Көндөҙ +9, +14 градус.
Шаршамбы, 12 апрелдә, яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән. Һауа температураһы төндә 0, -5 градус, урыны менән 10 градус һалҡын. Көндөҙ +12, +17 градус.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, апрель аҙағына тиклем Башҡортостанда ямғырһыҙ йылы һауа торошо көтөлә.