ЙӘМҒИӘТ
5 Апрель 2023, 09:45

Өфөлә СССР-ҙың 50 йыллығы урамында ер ишелгән

/

Өфөлә СССР-ҙың 50 йыллығы урамында ер ишелгәнӨфөлә СССР-ҙың 50 йыллығы урамында ер ишелгән
Өфөлә СССР-ҙың 50 йыллығы урамында ер ишелгән

Өфөлә йәнә юл убылған. Был хәл СССР-ҙың 50 йыллығы урамындағы 41-се йорт эргәһендә теркәлгән. «Башинформ» агентлығына баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотниковтың социаль селтәрҙәренән билдәле булыуынса, ҡышын был участкала үткәргес торбала авария эштәре башҡарылған, шуның арҡаһында тупраҡ йыуылған. Ул саҡта ер туңған, шуға күрә эҙемтәләре хәҙер, көндәр йылытҡас ҡына асыҡланған.

«Ошондай хәл килеп тыуғас та, соҡорҙо кәртәләп алдылар. Бөгөн иртән ҡала хеҙмәттәре менән кәңәшмә үткәрҙек, әле участкала «Өфө һыу каналы» предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре ремонт эштәрен башҡара», —тип асыҡлыҡ индерҙе Плотников.

Фото:Сергей Плотников/vk.com

Автор:
Читайте нас