ЙӘМҒИӘТ
5 Апрель 2023, 09:30

8 апрелдә республикала һыу һәм урман ҡоштарына һунар миҙгеле асыла

/

8 апрелдә республикала һыу һәм урман ҡоштарына һунар миҙгеле асыла8 апрелдә республикала һыу һәм урман ҡоштарына һунар миҙгеле асыла
8 апрелдә республикала һыу һәм урман ҡоштарына һунар миҙгеле асыла
 

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов үҙенең телеграм-каналында шәмбе, 8 апрелдә, республикала һыу һәм урман ҡоштарына һунар миҙгеле асылыуын хәбәр итте.

«Һунар миҙгелен башлау һәм тамамлау ваҡыты һәр зона, шулай уҡ ҡоштарҙың төрҙәре өсөн айырым билдәләнгән, — тине ведомство башлығы. — Яҙғы һунар осоронда инә өйрәк, һуйыр, ҡор, сел, ҡашҡабаш, һаҙ тауығы, ағуна, ҡурпысыҡ ауларға ярамай. Бының өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы бар».

Министр граждандарҙы урмандарҙа һәм ауыл хужалығы биләмәләрендә янғын хәүефһеҙлеген үтәргә саҡырҙы.

Һунар ваҡыты менән тулыраҡ министрлыҡ сайтында танышырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-05/v-bashkirii-8-aprelya-otkroetsya-sezon-ohoty-na-vodoplavayuschuyu-i-borovuyu-dich-3204948

Автор:Дарья Субботина.
 
Фото:Ксения Калинина.
 
 
Автор:
Читайте нас