ЙӘМҒИӘТ
3 Апрель 2023, 10:03

Республика хөкүмәте хәрби хәрәкәттәр ветерандарының яңы батальондар ойоштороу башланғысын хуплай

/

Республика хөкүмәте хәрби хәрәкәттәр ветерандарының яңы батальондар ойоштороу башланғысын хуплайРеспублика хөкүмәте хәрби хәрәкәттәр ветерандарының яңы батальондар ойоштороу башланғысын хуплай
Республика хөкүмәте хәрби хәрәкәттәр ветерандарының яңы батальондар ойоштороу башланғысын хуплай

Башҡортостан хөкүмәте хәрби хәрәкәттәр ветерандарының республикала яңы батальондар ойоштороу башланғысын хуплай. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостанда 600-ҙән ашыу кеше Даян Мурзин исемендәге, «Төньяҡ амурҙары» ирекле батальондарына, ошо формированиелар составындағы «Ватан» разведка ротаһына инергә теләк белдергән.

«Граждандарыбыҙҙың башланғысы менән Даян Мурзин исемендәге, «Төньяҡ амурҙары» яңы башҡорт батальондарын ойоштороу буйынса йәмәғәт штабы булдырылды. Ошо батальондар составына инеү өсөн 600-ҙән ашыу кеше ғариза яҙған. Был аҙнала ошо батальондарҙы төҙөп, махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итергә әҙерләү өсөн йомғаҡ яһау планлаштырыла», — тине Андрей Назаров.

Республика хөкүмәте алдында финанслауҙы максималь рәүештә тәьмин итеү бурысы тора, тип билдәләне премьер-министр. Башҡортостан Башлығы хакимиәте хәрбиҙәрҙе кейендереү мәсьәләләре менән шөғөлләнәсәк.

 

Автор:
Читайте нас