ЙӘМҒИӘТ
27 Март 2023, 09:36

"Сәхәр сәйе эсеү өсөн үҙем үҫтергән мандариндарҙы өҙөп алам"

Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылынан Сәғирә Ғәбитованың йортонда ниндәй генә гөлдәр үҫмәй! Ул бигерәк тә цитрус һәм экзотик үҫемлектәр үҫтерергә ярата.

"Сәхәр сәйе эсеү өсөн үҙем үҫтергән мандариндарҙы өҙөп алам""Сәхәр сәйе эсеү өсөн үҙем үҫтергән мандариндарҙы өҙөп алам"
"Сәхәр сәйе эсеү өсөн үҙем үҫтергән мандариндарҙы өҙөп алам"

Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылынан Сәғирә Ғәбитованың йортонда ниндәй генә гөлдәр үҫмәй! Ул бигерәк тә цитрус һәм экзотик үҫемлектәр үҫтерергә ярата. Йыл әйләнәһенә лимон, мурайя, ҡыҙыл паслен ағастары емеш бирә. Әле уңған хужабикә үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә сәхәргә үҙе үҫтергән мандариндарын өҙөп алыуы тураһында хәбәр итә.

"Изге айҙың беренсе көнөндә сәхәр сәйе эсеү өсөн үҙем үҫтергән мандариндарҙы өҙөп алдым. Ошо бәхеттер тип уйлайым. Шулай уҡ бәләкәй генә ананас емешен өҙөп алып, эргәһендә үҫеп сыҡҡан биш үҫентене айырып ултыртып та ҡуйҙым. Хәҙер инде ананастар туғыҙ төп булып киттеләр, машаллах!"- тигән ул.

Тимәк, тиҙҙән ананастар ҙа үҙ емешен бирер әле...

 

https://vk.com/bashkortostanim

 

Автор:
Читайте нас