ЙӘМҒИӘТ
16 Март 2023, 05:44

Республика синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте

/

Республика синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр иттеРеспублика синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте
Республика синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 16 мартта, кесаҙна, республикала яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ  +3, +8 градус.

Йома, 17 мартта, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә 0, -5 градус. Урыны менән -10 градус. Көндөҙ +4, +9 градус.

Шәмбе, 18 мартта, Башҡортостанда урыны менән бер аҙ епшек ҡар, ҡар яуыуы фаразлана. Ел көньяҡтан, йүнәлешен төньяҡҡа үҙгәртеп талғын, урыны менән киҫкен. Һауа температураһы төндә 0, -5 градус, көндөҙ иһә 0, +5.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, ҡарҙың тиҙ иреүе сәбәпле Башҡортостан йылғаларында һыу кимәленең тәүлегенә 25 сантиметрға етеүе мөмкин.

 

Автор:Галина Бахшиева.
Фото:Олег Яровиков.
 
 
Автор:
Читайте нас