

Башҡортостанда йәшәүселәргә ипотека буйынса федераль программаларҙың бөтә төрө менән дә ҡулланырға була - «яңы йорттарға ташламалы», «ғаилә», «хәрби», «ауыл» ипотекалары, «ИТ-ипотека», күп балалы ғаиләләргә ипотека бурысын ҡаплауға субсидиялар (450 мең һум күләмендә) биреү программаһы бар.
Кредит программаларына бер нисә ҡағиҙә өҫтәләсәк:
Хәҙер ябыҡ пай фондтары, йәғни шәхси инвесторҙарҙың берләштерелгән аҡсаһы иҫәбенә төҙөлгән торлаҡ һатып алырға мөмкин. Бының менән ташламалы, ғаилә, Алыҫ Көнсығыш һәм ИТ-ипотека алыусылар файҙалана ала.
«Ташламалы ипотека» программаһы буйынса йорт һалған йәки һатып алған мобилизацияланғандар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар өсөн шарттарҙы еңеләйттеләр. Улар өсөн хоҡуҡты теркәү кисектерелә.
Ентеклерәк мәғлүмәт - Рәсәй Хөкүмәте сайтында: http://government.ru/news/47954/
2023 йылдың 9 мартындағы 369-сы ҡарар https://vk.cc/cmiHge
Торлаҡ мәсьәләһендә бушлай ярҙам сервисы: спроси.дом.рф
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан